+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2025, 11:30

Герой Мигунов менән хеҙмәт иткән

Тәтешле районынан “Чига” позывнойлы яугир Рәсәй Геройы Андрей Мигунов командалығында хеҙмәт иткән. МХО-ла уның төп остазы Андрей Мигунов булған.

Герой Мигунов менән хеҙмәт иткәнГерой Мигунов менән хеҙмәт иткән
Герой Мигунов менән хеҙмәт иткән

Тәтешле районынан “Чига” позывнойлы яугир Рәсәй Геройы Андрей Мигунов командалығында хеҙмәт иткән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының ижади төркөмө уның менән матди тәьминәт ротаһы ваҡытлыса урынлашҡан ергә килгәндә танышып һөйләшкән.

Күпте күргән яугир Оборона министрлығы менән контракт төҙөшкәнсе водитель булып эшләгән. Сроклы әрме хеҙмәтен ВДВ ғәскәрҙәрендә үткән, Төньяҡ Кавказда һуғышсан тәжрибә алған. Ләкин иң мөһим хәрби күнекмә һәм белемде махсус хәрби операция бирҙе, тип иҫәпләй. Бында уның төп остазы Андрей Мигунов булған.

“Андрей Павлович менән 2023 йылдың майында “Патриот” паркында, батальонды оҙатыу ваҡытында таныштыҡ. Хеҙмәтемде  Т-90М “Прорыв” танкыһы командиры булып башланым. Техника ныҡ ҡеүәтле, донъяла иң яҡшыһы тип иҫәпләнә, шуға ла унда эшләргә тулы яуаплылыҡ тойоп өйрәндек. Шул иҫтә ҡалған, “Скиф” (А.Мигуновтың позывнойы) беренсе көндәрҙән үк беҙгә былай ти торғайны: “Шулай, егеттәр, уйын тамам. Алда беҙҙе мөһим эш көтә, һәм беҙ уны, Башҡортостан танкистары өсөн бер кемгә лә оят булмаҫлыҡ итеп, үтәргә тейешбеҙ, үтәргә бурыслыбыҙ”. Аҙаҡ уның һүҙҙәрен беҙ батальон стена гәзитендә йыш ҡулландыҡ. Палыч уҫал һәм ҡаты, ләкин хөрмәтле, абруйлы булды. Ҡул аҫтындағыларға атай һымаҡ ине. Ул офицерҙарға ҡарағанда сержанттарға, һалдаттарға яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булды, беҙҙе гел аңларға тырышты. Ҡайһы саҡ көндөҙҙәрен һуғышсан операцияла булаһың, унан икенсе сығыуға техникаңды әҙерләйһең. Ныҡ арыта, хатта күҙгә бер нәмә күренмәй. Ә  киске аштан һуң “Скиф” менән ултырып, һөйләшеп алһаң, күңелең күтәрелеп, арығандар бөтөп китә ине. Шәп мужик булды ул, шундай дөрөҫ кеше. Беҙҙең комбат һәләк булғас, мин штурмовик булып күстем”, - тип һөйләй “Чига”.

Әлбиттә, танкист менән штурмовик араһында айырма бар, ти яугир. 1000 миллиметрлы броня артында динамик һаҡ аҫтында эшләү – бер, ә бронежилет, шәхси ҡорал һәм боекомплекттан торған 30 килограмдан ашыулыҡ йөк күтәргән килеш тиҙ-тиҙ күсеп йөрөү – икенсе нәмә. Ләкин “Чига” тиҙ үк өйрәнеп китә һәм штурмлау төркөмөндә иң яҡшы һуғышсыларҙың береһе булып таныла.

“Беҙҙең барлыҡ штурмовиктар ҙа шәп егеттәр. Береһе ле йомшаҡлыҡ күрһәтмәне, ныҡышып алға барҙылар, объекттарҙы биләнеләр һәм дошманды бәреп сығарҙылар. Үҙемдең тәүге тапҡыр штурмға барғаным иҫтә ҡалмаған. Бүтәндәр ҙә уны иҫләмәйҙер, моғайын, хәрби сынығыу бит инде. Минең штурмлаусы дебютым 2024 йылдың апрелендә, Серебрянский урманлығында булды. Еңел генә ингәйнек, ләкин сығыу ныҡ ауыр булды. Мине дошман минметтары ҡаплап үтте, ауыр яраландым, ярсыҡ ҡалаҡ һөйәге аҫтына кереп, умыртҡаға етеп туҡтаған. Мине шул мәлдәме, һуңыраҡмы паралич тоторға мөмкин ине. Белгородта дауаланылар, табиптар тимер ярсыҡты уңышлы ғына сығарғандар. Минең осраҡ - бындай операцияны уңышлы эшләүҙең иң тәүгеһе булды. Дауаланғас, үҙ полкыма әйләнеп ҡайттым. Бүтән вариантты ҡараманым да. Үҙ егеттәрем янына, алғы һыҙыҡҡа килдем”, - тип дауам итә “Чига”.

Яраланғанға тиклем “Чига” төркөмдә уҡсы булып хеҙмәт итә, яңынан сафҡа баҫҡас взвод командиры урынбаҫары була. Яуаплылыҡ арта, Мигунов биргән һабаҡтарҙы хәҙер ул үҙе өйрәтә. Башҡорт полкында батыр һәм ҡыйыу һалдаттар хеҙмәт итә, ти ул. Ҡасандыр водитель, төҙөүсе, юлсы, ауыл эшсәне булған ир-егеттәр, мәле еткәс, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар булып киткән.

“Элек яңы килгән һалдаттарға: “Егеттәр, һкҙ тәүге тапҡыр яуға инәһегеҙ”, - тиһәм, улар: “Ә беҙ ҡурҡмайбыҙ”, - ти ине. Ә ҡурҡырға кәрәк. Ян-яғыңа, тәү сиратта аяҡ аҫтыңа һәм күккә ҡарарға кәрәк. Был иң мөһиме. Минең үҙемә лә быларҙы эшләргә, шул уҡ ваҡытта һалдаттарҙы ла ҡарарға кәрәк. Аҙаҡ, алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә лә, иҫән ҡалырға ла өйрәткәнем өсөн егеттәрем рәхмәт әйтә”, - ти “Чига”.

Герой Мигунов менән хеҙмәт иткән
Герой Мигунов менән хеҙмәт иткән
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас