+28 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2025, 11:40

Йылы көндәр һөйөндөрөр әле

Башгидромет мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, сентябрҙә һауа температураһы ҡәҙимге нормаларға (11,2 – 11,6 градус) тап киләсәк, бер аҙ йылыраҡ булырға ла мөмкин. 

Йылы көндәр һөйөндөрөр әлеЙылы көндәр һөйөндөрөр әле
Йылы көндәр һөйөндөрөр әле

Яҡын көндәр ғәҙәттәгенән - уртаса күрһәткестәрҙән яҡынса дүрт градусҡа - йылыраҡ булыр тип көтөлә. Был “әбейҙәр сыуағы” төшөнсәһенә тап килә.

Ләкин аҙна аҙағына ямғырҙар яуып, көндәр һалҡыная төшәсәк. Әбейҙәр сыуағының көҙ һуҙымында ҡабатланып торған сағы ла бар. Шуның һымаҡ, быйыл да сентябрҙә һәм октябрҙә сыуаҡ көндәргә шатлана алырбыҙ әле.

Йылы көндәр һөйөндөрөр әле
Йылы көндәр һөйөндөрөр әле
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас