Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2025, 13:55

Өфөнөң Затон шоссеһында үлемесле авария теркәлгән

Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә юлдарҙа үтә иғтибарлы, һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас