Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2025, 14:40

Файҙаланылмаған ер участкалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында ер участкаларының хосуси милекселәре өсөн ҡыҙыу бәйләнештәр башлана. Ул тораҡ пункттарҙа, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә ер участкаларын файҙаланмау билдәләренә арнала. Тәүге ҡыҙыу бәйләнеш 2025 йылдың 25 сентябрендә 14.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем була. (347) 224-36-45 телефонына шылтыратығыҙ.

Файҙаланылмаған ер участкалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш
Файҙаланылмаған ер участкалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш

Идаралыҡ белгестәре ерҙе файҙаланмауҙың яңы критерийҙарын ҡулланыу тәртибе тураһында һорауҙарға ентекле аңлатма бирәсәк. Мәҫәлән:

- ер участкаларының (конкрет маҡсатҡа тәғәйенләнешле һәм рөхсәт ителгән файҙаланыу төрөнә ҡараған) файҙаланылмауы тураһында ниндәй билдәләр һөйләй;

- участка объектив сәбәптәр (әйтәйек, мираҫ бәхәстәре йәки судлашыу) буйынса ваҡытлыса тик торған осраҡта ни эшләргә;

- участканың маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла икәнен нисек дәлилләргә һ.б.

Был темаларға ҡыҙыу бәйләнештәр ай һайын – 2025 йылдың сентябренән декабренә тиклем барасаҡ.

Файҙаланылмаған ер участкалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш
Файҙаланылмаған ер участкалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас