Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2025, 16:40

Прокуратурала ҡабул итеү була

Ғафури районы прокуратураһы, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы ҡушыуын үтәү йөҙөнән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың һәм пенсия йәшендәге граждандарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү һорауҙары буйынса халыҡты шәхси ҡабул итеү һәм ҡыҙыу линия ойошторолоуы хаҡында белдерә.

Прокуратурала ҡабул итеү була
Прокуратурала ҡабул итеү була

Шылтыратыуҙар 2025 йылдың 1, 2 декабрендә эш сәғәттәрендә 8 (34740) 2-14-47 телефоны буйынса район прокуроры ярҙамсыһы Вадим Алик улы Сабитов тарафынан ҡабул ителә.

Бынан тыш, 2 декабрҙә Ғафури районы прокуратураһында, Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 35-се йорт адресы буйынса, 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем эш ваҡытында (13.00-дән 13.45 сәғәткә тиклем төшкө ял ваҡытынан тыш) граждандарҙы шәхси ҡабул итеү уҙғарыла.

Салауат ШӘМСЕТДИНОВ,

район прокуроры.

Прокуратурала ҡабул итеү була
Прокуратурала ҡабул итеү була
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас