Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2025, 23:50

Владимир Путин менән "Йыл йомғаҡтары" 4,5 сәғәт дауам итте

Рәсәй иҡтисады тотороҡло. Иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә күрһәткестәр яҡшы, бөтә йөкләмәләр, ҡуйылған бурыстар үтәләсәк , - тине Владимир Путин.

Владимир Путин менән "Йыл йомғаҡтары"  4,5 сәғәт дауам итте
Владимир Путин менән "Йыл йомғаҡтары" 4,5 сәғәт дауам итте

Бөгөн тура эфир барышында Владимир Путин Украинала махсус хәрби операция тамамланыу өсөн шарттарҙы атаны.

Махсус хәрби операция төрлө милләт кешеләрен һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ир-егеттәр хеҙмәт итә. Семен Атласов Саха республикаһынан. Алғы һыҙыҡта ул Яҡут ҡушаматын һайлаған.
Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла. 1 ғинуарҙан ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр һалымдарҙың 7 процентын ҡайтара ала.

"Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" федераль телеканалдарҙа, социаль селтәрҙә тура эфирҙа күрһәтелде.

Владимир Путин менән "Йыл йомғаҡтары"  4,5 сәғәт дауам итте
Владимир Путин менән "Йыл йомғаҡтары" 4,5 сәғәт дауам итте
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас