Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2025, 11:20

Оҙайлы ялда иҫерткес һатыу сикләнә

Ғафури районы муниципаль район хакимиәте иҫкәртә: “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында” 2007 йылдың 1 мартындағы закондың 6.2-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә яңы йыл каникулдары осоронда алкоголле продукцияны ваҡлап һатыу түбәндәге көндәрҙә рөхсәт ителмәй:

Оҙайлы ялда иҫерткес һатыу сикләнә
Оҙайлы ялда иҫерткес һатыу сикләнә

3 ғинуарҙа – урындағы ваҡыт менән 17.00-дән 23.00 сәғәткә тиклем;

4, 5, 6 ғинуарҙа - урындағы ваҡыт менән 8.00-дән 10.00 сәғәткә һәм 17.00-дән 23.00 сәғәткә тиклем.

Был сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәткәндә алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуға ҡағылмай.

Алкоголле продукция һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн РФ КоАП-ының 14.16-сы статьяһы административ яуаплылыҡты: вазифалы кешеләргә – алкоголле продукцияны тартып алып йәки алмайынса 40 мең һумға тиклем штраф, юридик берәмектәргә - алкоголле продукцияны тартып алып йәки алмайынса 300 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.

Оҙайлы ялда иҫерткес һатыу сикләнә
Оҙайлы ялда иҫерткес һатыу сикләнә
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас