Байрам сараһын үткәреү урыны тип Курорт ауылы эргәһендәге Табын Анаһы иконаһы изге шишмәләре тирәһе билдәләнде.
Ҡарарҙа байрамды ойоштороуға, уҙғарыуға яуаплы эшсе төркөм, шулай уҡ яуаплы кешеләрҙең дежурлыҡ итеү графигы раҫланды.
Дини байрамды хәүефһеҙ шарттарҙа билдәләү өсөн тейешле ойошмаларға алдан һыу инеү урындарын ҡар-боҙҙан таҙартырға, тайғаҡ урындарға ҡом һибергә, йыһазларға, тейешенсә яҡтыртырға; байрам үткән урында авария-ҡотҡарыу һәм медицина хеҙмәттәренең эшен ойошторорға; тотороҡло һәм өҙөклөкһөҙ элемтә тәьмин итергә ҡушыла; Крещение ғибәҙәтен үтәүселәр өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, йыһазланған һыу инеү урындары хаҡында, шулай уҡ һауа торошо, һыу температураһы, боҙ торошо, киҫкен хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотоу, үҙ-үҙеңде ҡотҡарыу, тәүге ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт еткерергә; Курорт мәктәбе бинаһында кейем алыштырыу, ял итеү һәм тамаҡ ялғау урыны ойошторорға; байрамды район матбуғаты биттәрендә яҡтыртырға тәҡдим ителә.