- 2026 йылды Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәмғиәттең гармониялы үҫешеүе өсөн шарттар тыуҙырыуға тағы ла бер мөмкинлек ул. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм татыу, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, күп балалы һәм күп быуынлы ғаилә образына яңы һулыш биреү, - тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Логотиптың «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» – «Год большой и дружной семьи» тип ике дәүләт телендә яҙылған өлөшө композиция менән тығыҙ бәйләнгән һәм визуаль образ йөкмәткеһенең дауамы булып тора.
Күп быуынлылыҡ күп йәһәттән ғаилә традицияларының һәм ҡиммәттәренең күсәгилешлелеген тәьмин итә, тип билдәләне министр. Брендбуктың бурысы – беҙҙең күп милләтле Башҡортостандың традицион ғаилә ҡиммәттәрен һүрәтләү генә түгел, ә хис-тойғоло итеп тапшырыу ҙа.