Оҫта кеше бар яҡтан да оҫта, тигәндәй, бер нисә төр эшен тәҡдим итеүселәр 2, хатта 3 номинацияға индерелде. Күп кеше ҡатнашҡан номинацияларҙа бер нисә кешене билдәләргә хәл иттек.
“Ҡул эштәре оҫтаһы” конкурсы еңеүселәре:
Таһира Әхәт ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Ҡарағай ауылы,
Лилиә Шаһимарҙанова, Ҡурғашлы
Ҡауарҙы ауылынан Сурағолова Әнисә
Ҡормантау ауылынан Яппарова Зимфира
Красноусол ауылынан Екатерина Виноградова
Табын ауылынан Хәмдиә Сәғирова
Сәйетбаба ауылынан Альмира Миңнияр ҡыҙы Вәлиева
Фәйрүзә Ғибаҙуллина
Фәнүзә Мөнир ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Үтәк ауылы
Ғөбәйҙуллина Рәхилә, Үтәк ауылы
Мәүлетҡолова Рима, Сәйетбаба ауылы
Нәзиф Үзбәков, Үзбәк ауылы
Илгизәр Ғәлин, Ҡауарҙы ауылы
Марат Исхаҡов, Сәйетбаба ауылынан
Һөйөндөкова Зөбәйҙә, Сәйетбаба ауылынан
Баҡыева Ирина, Красноусол
Жюри ағзаларының иң юғары баһаһына лайыҡ булған Туғай ауылынан балаҫ һуғыу оҫтаһы Гөлнара Заһиҙуллинаны “Оҫталарҙың оҫтаһы”, йәғни абсолют еңеүсе тип билдәләргә булдыҡ.
Күрһәтелгән эштәрҙең барыһы ла күҙ яуын алырлыҡ. Районыбыҙҙа үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы, йылылыҡ өләшеүсе шундай оҫталарҙың күплеге шатландырҙы. Подписчиктарҙың һәр бәйгесегә үҙ мөнәсәбәтен, һоҡланыуын белдереп, “лайыҡ” ҡуйыуы, комментарий яҙыуы конкурстың уларға ла оҡшауын күрһәтте. Иң күп “лайыҡ”ты Үзбәк ауылынан Нәзиф Үзбәков (495), Зөбәйҙә Һөйөндөкова (364), Әнисә Сурағолова (361), Альмира Вәлиева (334), Рима Мәүлетҡолова (331), Таһира Ғәлиәкбәрова (322), Айгөл менән Зөбәйер Фәхретдиновтар (322) йыйһа, иң күп комментарийҙар Таһира Ғәлиәкбәрова (120), Әнисә Сурағолова (109), Фәйрүзә Ғибаҙуллина (91), Резеда Мөхәмәтйәнова (73), Илсур Баймөхәмәтов (73) иҫәбендә. Хәйер, бәйгеселәребеҙҙең береһе лә иғтибарһыҙ, хуплауһыҙ ҡалманы.
Үҙенсәлекле ҡатнашыусыбыҙҙы ла билдәләп китке килә. Ул – Ҡурғашлы ауылынан Шәмсинур Вилданова, бауға теҙеп киптерергә ҡуйған емеш-еләк ҡаҡтарын тәҡдим итте.
Башҡа интернет-фотоконкурстарыбыҙҙан айырмалы, быныһын жюри баһалаясаҡ тип әйткәйнек. Кеше эшен баһалау – бик яуаплы ла, сетерекле лә эш. Шуға беҙҙең саҡырыуға ихлас риза булған жюри ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бына улар:
милли биҙәүестәр эшләү, милли кейемдәр тегеү-тергеҙеү оҫтаһы булып танылған Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә-Хаят Сабитова (Сәйетбаба ҡыҙы, әле Өфөлә Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй);
машина менән бәйләү оҫтаһы, профессиональ технолог Айгөл Насирова (Ҡауарҙы);
Сигеү, ойоҡ энәһе һәм кирге энәһе (крючок) менән бәйләү, милли биҙәүестәр яһау оҫтаһы, шифалы үләндәр белгесе, Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Тәнзилә Вахитова (Красноусол);
Синель ысулы менән ҡорама эшләү оҫтаһы, төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы Фәрзәнә Васикова (Ҡауарҙы)
Бурлы урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Вадим Ғүмәров.
Конкурсҡа тәүге булып ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ: Гүзәл Юлмөхәмәтова, Зилә Шафиҡова-Ҡалмырҙина ҡушылды. Ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булды. Төрлө ауылдарҙан ағинәйҙәр дәррәү ҡатнашты.
Фотоконкурста ҡатнашыусыларға, бәйгене баһалаусыларға, уны күҙәтеп барған подписчиктарға тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты хаҡында тағы ла хәбәр итербеҙ.
Бергә булайыҡ, татыулыҡ, матурлыҡ тормошобоҙҙо биҙәһен!