Ул 2023 йылдың көҙөндә фронтҡа үҙ теләге менән китә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәнә һәм разведкала хеҙмәт итә. Яугир Оборона министрлығының пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу тураһындағы ҡарарын бик әһәмиәтле, ваҡытлы ҡарар тип иҫәпләй.
- Элек бындай бүлексәләр бик аҙ булды, хәҙер иһә һәр взводта бар. Пилотһыҙ системалар – разведка һәм дошманды юҡ итеү тигән һүҙ. Мин разведкалаусы DJI-Mavic, Enterprise квадрокоптерҙары һәм башҡалар менән эшләнем. Ул саҡта уҡ 25-35 йәшлек йәштәр күп ине. Дроноводтар яҡшы эшләй, иң мөһиме, уларҙы еңел өйрәтергә мөмкин”, – ти “Курок”. -Дроновод профессияһы йәштәр араһында бик популяр. Улар өсөн был заманса техникаға идара итеү бер ни тормай. Тик урында ориентациялау оҫталығына өйрәнергә кәрәк, мәғлүмәттәр һәм координаттар бурысты үтәү өсөн аныҡ, дөрөҫ булырға тейеш.
-Топографияға өйрәтәсәктәр. Һәр техниканың үҙенсәлекле оптик приборҙары бар. Грамоталы тактика, дрондарҙы даими яңыртыу – операторҙарҙың хәүефһеҙлеге нигеҙе, - тип аңлата ул.
Яугир әйтеүенсә, хәҙер ҙур алыҫлыҡтарға осоусы дрондар ҙа бар. Антеннаны көсәйткес булһа, блиндажда ер аҫтында ғына ултырып та эшләргә була. Әммә операторҙар осоштарҙа бер нисә шартты иҫтә тоторға тейеш. Беренсенән, һауа шарттарын, елдең булыу-булмауын. Ел ыңғайына 15-20 километр алыҫлыҡҡа осоу – бер эш. Шартлыса батареяның 15 проценты тотонола. Елгә ҡаршы ҡайтыу өсөн зарядтың етмәүе ихтимал. Икенсенән, төнгө эшкә күнегергә кәрәк. Унда бөтөнләй башҡа күренеш.
Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Хәрәкәт булғанын һиҙҙеңме – шунда уҡ рация буйынса иптәштәреңә хәбәр ит. Коптер ҡайтҡанда ла һиҙгерлек кәрәк, сит-ят геүләү тауышы ишетелмәйме, дошман дроны күренмәйме.
Хәҙер яугирҙәрҙе заманса программа менән тәьмин итеү көсәйгән, ул навигация эҙҙәрен юйырға, радиоэлектрон көрәш системаһынан китергә мөмкинлек бирә. Бында программалаштырыу күнекмәләре кәрәк тә инде. Электроника, робот техникаһы шулай уҡ махсус хәрби операция барышында үҙ ҡулланылышын таба. Хәрбиҙәр трофей техникаһын яңыртырға, үҙгәртеп ҡорорға бик ярата, -ти “Курок”.
"Телеграм" каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк. Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Фото: “Горобзор”.