

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә отпускының календарь көндәре иҫәбенә 1 май индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙая.
Шулай уҡ 1 майҙа эшкә сыҡҡан хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы икеләтә күләмдә түләнергә тейеш (РФ Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы). 1, 2, 3 май ял көнө булған хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығы менән генә (ҡайһы бер осраҡтарҙан башҡа, РФ ХК 113-сө ст.) эшкә сығарырға мөмкин, уға эш хаҡы икеләтә күләмдә түләнә йәки икенсе ваҡытта ял (отгул) бирелә. Тейешле бойороҡ һәм үҙенең яҙма ризалығы булмаһа, хеҙмәткәр үҙенең ял көнөндә эшкә сығыуҙан баш тарта ала.