-Әгәр тәүге көндәрҙә күп кенә яугирҙар “дрон”дың нимә икәнен дә белмәһә, бөгөн яңы техника һәр ерҙә лә ҡулланыла. Улар ярҙамында дошман нығытмалары, уның хәрби техникаһы һәм тере көсө юҡ ителә. Бынан тыш, “ҡошсоҡ”тар урындарҙы разведкалау, координаттарҙы һәм объектив контроль кадрҙарын тапшырыу өсөн дә киң ҡулланыла. Шуға ла РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе егеттәр шундуҡ был яңы һөнәрҙе үҙләштерә башлай,- ти ул. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, майор “Башинформ” агентлығының хәрби хәбәрсеһенә башҡорт подразделениеларының пилотһыҙ системаларҙы файҙаланыу мөмкинлеген әүҙем файҙаланыуҙары тураһында һөйләргә форсат тапты.
«Башҡортостан» полкы Ҡыҙыл-Лиман йүнәлешендә хәрби бурыстар үтәй. Александр Мельченко һүҙҙәренсә, был фронттың бик яуаплы участкаларының береһе. Бында хәрби бурыстарҙы төрлө ғәскәрҙәрҙең подразделениелары башҡара, әммә алғы планда күберәк БПЛА операторҙары эшләй. Шул уҡ ваҡытта дроноводтар хәрби бәрелештәр барған алғы һыҙыҡтан хәүефһеҙ алыҫлыҡта тора, ә уларҙың эш һөҙөмтәһе - дошмандың емерелгән блиндаждары һәм башҡа нығытмалары, шулай уҡ юҡ ителгән хәрби техникаһы һәм тере көсө. Бер БПЛА операторы йөҙ яугирҙы алмаштыра ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала полк командиры урынбаҫары.
-Бөгөн техник йыһазландырыу йәһәтенән тактика һәм конкуренция мөһим. Рәсәй ғәскәрҙәре һәм дошман пилотһыҙ системаларға ҙур иғтибар бүлә. Был йүнәлештең айырым әһәмиәткә эйә булыуы сер түгел. Әгәр 2023-2024 йылдарҙа бөтөнләй икенсе күренеш булһа, бөгөн бындай техник сараларһыҙ булмай һәм уларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Беҙ үҙ базабыҙҙы үҫтерәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ һәм дрон операторҙары кадрҙарын әҙерләйбеҙ. Өҫтәүенә, пилотһыҙ осоу аппараттарына ғына түгел, шулай уҡ ер өҫтөндә файҙаланылыусы пилотһыҙ системаларға ла иғтибар бүленә,- тине “Башинформ” ға Александр Мельченко.
Офицер әйтеүенсә, әлеге көндә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен йәш яугирҙар менән тулыландырыу күҙәтелә, улар үҙҙәре лэ ихластан БПЛА операторҙары булып хеҙмәт итергә теләй.
-Тәүҙә егеттәр ныҡлы һәм төплө әҙерлек үтә, тейешле белем ала һәм ҡуйылған бурысты үтәгәндә уларҙы уңышлы ҡуллана. Ысынлап та, дрон операторҙары сафында йәш кешеләр кәрәк. Улар етеҙ, күҙҙәре үткер һәм һәр нәмәне тиҙ генә отоп баралар. Быға ғәжәпләнәһе түгел, сөнки хәҙерге йәштәр әҙерлекле. Йәғни улар компьютер уйынының нимә икәнен белә, тимәк, уларҙың тиҙ реакцияһы, яҡшы моторикаһы һәм башҡалар бар. Шул уҡ ваҡытта дроноводтарҙың эше идара итеү пульты ғына түгел. Улар ноутбукка, башҡа системаларға тоташа белергә һәм хатта, мәҫәлән, иретеп йәбештереп „ҡошсоҡ”ты үҙгәртеп ҡора белергә лә тейеш. Әлбиттә, йәштәр быларҙың барыһын да тиҙ өйрәнә, - ти полк командиры урынбаҫары.
-Һауа һәм ер өҫтө пилотһыҙ аппараттары разведка һәм һөжүм өсөн, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм боекомплект ташыу өсөн дә кәрәк. Дрондарҙың бурыстары көндән-көн арта. Уларҙы ҡулланыу даирәһе киң һәм эш өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Егеттәр пилотһыҙ системаларҙы ҡулланыу буйынса төрлө ысулдар таба. Был өлкә ғәмәлдә кадрҙар тимерлеге һәм күп өлкәләрҙә эшмәкәрлектең ҡиммәтле йүнәлеше булып тора. Шуға күрә беҙ тылдағы төрлө предприятиелар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Улар инициативаны тиҙ үк күтәреп алып, тәжрибәне үҙләштерә, -ти Александр Мельченко.
Пилотһыҙ системалар ғәскәренә ҡушылып, “Ҡошсоҡ”тар менән эшләргә теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы мәғлүмәттәрҙе башбат.рф сайтында йә булмаһа 122 номерына шылтыратып таба ала.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.