

Яугир әйтеүенсә, хәрби техника менән эшләүҙә уға электроника өлкәһендәге белемдәре ярҙам итә. Ул уларҙы практик юл менән ала: бала саҡтан төрлө электр приборҙарын йыйырға һәм ремонтларға ярата. Шуға күрә үҙенең хәрби “ҡоралын” тиҙүк үҙләштерә һәм уны сифатлы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Кәрәк саҡта “Резо " ҡуйылған бурыстарҙы бергә үтәгән яуҙаштарына ла ихлас ярҙам итә. Хәҙерге заман пилотһыҙ аппараттарҙың,шулай уҡ үҙҙәренең күктә һәм ерҙә дошман менән нисек һуғышыуы тураһында «Резо» һәм уның хәрби иптәштәре РФ Оборона Министрлығы ҡарамағындағы «Звезда» хәрби-патриотик телеканалы хәбәрсеһенә һөйләне.
Мауыҡтырғыс сюжет геройҙары булған яугирҙар бөгөнгө пилотһыҙ аппараттар менән эшләү бик ҡатмарлы түгел, тип билдәләй. Мәҫәлән, “Резо” үҙенең “Депеша” робототехник комплексынан бер километр алыҫлыҡта булыуына ҡарамаҫтан уға уңышлы идара итә. Уның хәрби машинаһы, тышҡы ҡиәфәте менән гусеницалы мини-платформаға оҡшаған, бик тиҙ хәрәкәт итә, ҡапыл борола һәм ҡаршылыҡтарҙы еңел генә еңеп сыға. Ул разведка алып бара, үҙебеҙҙекеләр өсөн маршрут төҙөй, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, боеприпастар ташый һәм хатта яралыларҙы эвакуациялай. Бындай ҡоролма бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡара. Уны хеҙмәтләндереү кеүек үк идара итеү ҙә еңел, тип билдәләй оператор. Пилотһыҙ аппарат транспорт булараҡ ҡына ҡулланылмай, кәрәккәндә минер йә булмаһа шартлатҡыс йөк менән камикадзе ла була ала.
-Эйе, барыһы ла һәйбәт бара, юғары һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ. Робот үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, етеҙ, маневрлы, күп функциялы, хеҙмәтләндереү һәм идара итеү еңел. Бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта нигеҙҙә ошондай техникаға өҫтөнлөк бирелә. Минең хәрби машинам көн һайын һуғыш яланында һөҙөмтәле эшләй. Контракт төҙөгәндә үҙ алдыма ҡуйған бурыстарҙы еренә еткереп үтәйем, тип уйлайым, - тип яуаплай “Резо” «Асылыкүл» гәзите хәбәрсеһенең “нисек хеҙмәт итәһегеҙ, барыһы ла һәйбәтме?” тигән һорауына.
Дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеп, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеү 26 йәшлек егеттең булмышында. Ул башта Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Дәүләкән филиалында төплө белем алып, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, Ҡазанда авиация продукцияһы етештереү заводында токарь булып эшләй. Ҡаланың торлаҡ кварталдарының береһенә пилотһыҙ аппараттың килеүен күреп, эштән китә, тыуған ауылына ҡайта ҡайта һәм контрактҡа ҡул ҡуйып, үҙ илен һәм халҡын яҡларға ҡарар итә. Ата-әсәһе улының теләгенә ҡаршы төшмәй, бөгөн улар “Резо”ы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана һәм уның еңеү менән ҡайтыуын көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда БПЛА операторҙарын йыйыу дауам итә. Пилотһыҙ системаларҙың ғәскәрҙәргә инеү тураһында ентекле мәғлүмәтте белергә мөмкин: - сайтта: башбат. рф;
МАХ-та чат-ботта:
ru/vbsbashkor аша һәм 122 номеры буйынса.