+14 °С
Дождь
Антитеррор
Йәмғиәт
15 Августа , 05:30

Йылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаһы

Быйыл сентябрҙә илебеҙ тормошонда мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлау була. Һайлауға әҙерлек нисек барыуы, нимә ул “Мобиль һайлаусы” һәм "Информ-УИК" проекты хаҡында аңлатыуын һорап Ғафури районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Ишмырҙа ҡыҙы ЗВЕРЕВАға мөрәжәғәт иттек.

Йылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаһыЙылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаһы
Йылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаһы

- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, районда ил күләмендәге мөһим кампанияға әҙерлек нисек ойошторолған?
- Федераль кимәлдәге парламентҡа һайлауҙар беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн әһәмиәтле, сөнки тап Дәүләт Думаһы илебеҙ йәшәйешен, үҫешен билдәләүсе закондар ҡабул итә. Шуға ла был үтә мөһим ваҡиғаны абсолют асыҡлыҡ, билдәлелек принциптарында һәм ҡануниәтте ҡәтғи күҙәтеп үткәреү беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ булып тора. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш биреү өс көн - 2026 йылдың 18,19, 20 сентябрендә барасаҡ.
Районда тауыш биреү көндәренә әҙерлек йәһәтенән киң ҡоласлы эш бара. Территориаль һайлау комиссияһы һәм йәлеп ителгән барлыҡ хеҙмәттәр граждандарға үҙ ихтыярын белдерергә мөмкин тиклем ҡулай һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу өсөн ҡыҙыу эшләй.
- Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кемдәр дәғүә итә?
- Һайлау ҡатнаш система буйынса үтә. Йәғни берҙәм федераль исемлек буйынса сәйәси партиялар һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса теркәлгән кандидаттар өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Федераль исемлек буйынса 11 сәйәси партия теркәлеү үтте. Беҙҙең Ғафури районы ингән Башҡортостан Республикаһының 8-се һанлы Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округынан 7 кандидат депутатлыҡ мандаты өсөн көрәшәсәк.

“Мобиль һайлаусы”

- Күптәрҙе һайлауҙа заман уңайлылыҡтарын нисек ҡулланып булыуы ҡыҙыҡһындыра...
- Ғариза ҡабул итеү пункттары (ППЗ) 3 августан уҡ асылды һәм 2026 йылдың 14 сентябренә тиклем эшләйәсәктәр. Тауыш биреү көндәрендә – 18-енән 20 сентябргә тиклем даими йәшәгән урынынан ситтә (мәҫәлән, командировкала, йә отпускыла) буласаҡ граждандар өсөн “Мобиль һайлаусы” механизмы бик уңайлы ҡулланма булып тора. Ул даими теркәлгән урында ғына түгел, илебеҙҙең һайлаусы өсөн уңайлы булған теләгән ерендә тауыш бирергә мөмкинлек бирә. Әлеге көндә районда ғаризалар ҡабул итеү пункттары әүҙем эшләй. Барған урында һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һораған ғаризаны бер нисә ысул менән бирергә була:
Беҙҙең райондағы территориаль һайлау комиссияһында, адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт, 102-се бүлмә; Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәк (МФЦ) филиалдарында; “Госуслуги” порталы аша электрон хәлдә – өйҙән сыҡмай ғына, тәүлек әйләнәһенә мөмкин.
Һуңыраҡ, тауыш биреү көнө етәрәк, был эшкә райондың барлыҡ участка һайлау комиссиялары ла ҡушыласаҡ.
ППЗ белгестәре мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ентекле консультация бирергә һәм документтарҙы дөрөҫ тултырырға ярҙам итергә әҙер. Һайлаусыға үҙе менән РФ гражданы паспортын ғына алып килергә кәрәк.

“ИнформУИК” проекты

- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, халыҡ араһына сығып аңлатыу буласаҡмы?
- Ошо арала һайлаусыларҙың адрестары буйынса йөрөп сығыу башлана. Был – һайлау кампанияһының иң яуаплы этаптарының береһе. 2026 йылдың 20 авгусынан 15 сентябренә тиклем осорҙа беҙҙең район биләмәһендә “ИнформУИК” тигән киң ҡоласлы федераль проект башлана. Участка һайлау комиссияларының уҡытып әҙерләнгән ағзалары – обходчиктар – һәр бер һайлаусы менән күрешеп аралашыу өсөн фатирҙар һәм йорттар буйлап йөрөп сығасаҡ. Был проекттың төп маҡсаты – алда торған һайлауҙы һәр граждан өсөн аңлайышлы һәм асыҡ итеү. Күрешеп аралашҡан ваҡытта обходчиктар кәрәкле барлыҡ мәғлүмәтте еткерәсәк. Тауыш биреүҙең аныҡ көндәрен һәм ваҡытын, ҡулайлы тауыш биреү формалары хаҡында һөйләйәсәк. Һеҙҙең һайлау участкаһының теүәл адресын һәм телефонын әйтәсәк. Һайлауҙа ҡатнашыусы сәйәси партиялар һәм кандидаттар тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Һаулыҡ торошо, йә башҡа етди сәбәп менән һайлау участкаһына үҙе бара алмағандарҙы өйҙә һайлатыу өсөн ғаризаны нисек бирергә икәнен аңлатасаҡ.
- Обходчикты нисек танырға була?
- Һайлауҙы ойоштороусыларҙың барыһы ла үҙе менән УИК ағзаһы таныҡлығын һәм паспортын йөрөтә. Улар шулай уҡ һайлау кампанияһының рәсми символикаһы төшөрөлгән брендлы бейсболка кейә һәм мәғлүмәт буклеттары һалынған махсус сумка тота, буклеттарҙы кешеләргә тапшырып йөрөйәсәктәр. Обходчиктар, һайлаусылар исемлеген шундуҡ аныҡлау өсөн, үҙ эшендә махсус мобиль ҡушымта ҡуллана. Һайлау комиссияһы ағзаларының эшенә ышанып һәм аңлап ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ, сөнки улар үтә мөһим дәүләт йөкләмәһен үтәй.

Ситтә ҡалмағыҙ!

- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, районыбыҙ һайлаусыларына туранан-тура мөрәжәғәт итеп, нимәләр әйтерһегеҙ?
- Хөрмәтле райондаштар, һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ! Ә беҙ, үҙебеҙҙең тарафтан, райондың һәр кешеһе үҙенең конституцион хоҡуғын тулы кимәлдә бойомға ашыра алһын өсөн, барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Дәүләт Думаһын булдырыу – беҙҙең уртаҡ һайлауыбыҙ һәм дөйөм яуаплылығыбыҙ. Райондың барлыҡ халҡын үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдереп, 2026 йылдың 18, 19 һәм 20 сентябрендә тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырам! Һәр кемдең тауышы мөһим!

 

Һайлау комиссияларында ғаризаларҙы ҡабул итеү пункттары (ППЗ) түбәндәге график буйынса эшләйәсәк:

Территориаль һайлау комиссияһында (ТИК):

- Эшләү осоро – 2026 йылдың 3 авгусынан 14 сентябренә тиклем.
- Эш көндәрендә (дүшәмбенән йомағаса) 16.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем.
- Ял көндәрендә (шәмбе, йәкшәмбе) 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
- Аҙаҡҡы көн (14 сентябрь) 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.

Участка һайлау комиссияларында (УИК):

- Эшләү осоро – 2026 йылдың 9 сентябренән 14 сентябренә тиклем.
- Эш көндәрендә 16.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем.
- Ял көндәрендә 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
- Аҙаҡҡы көн (14 сентябрь) 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.

Күп функциялы үҙәктәрҙә (МФЦ):

- Эшләү осоро – 2026 йылдың 3 авгусынан 14 сентябренә тиклем.
- Эш графигы - МФЦ филиалының рәсми эш сәғәтенә ярашлы.
“Госуслуги” порталында (онлайн):
Эшләү осоро - 2026 йылдың 3 авгусынан башлап 14 сентябрь, 24.00 сәғәткә тиклем (Мәскәү ваҡыты менән) тәүлек әйләнәһенә.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас