

Районыбыҙҙың урман хужалығы тармағына арнаған фиҙаҡәр хеҙмәте, лайыҡлы тормошо менән күптәргә үрнәк булған өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай-олатай Әнүәр Сибәғәт улы Кәлимуллин ошо көндәрҙә олпат юбиле-йын - 80 йәшен билдәләй. Тырышлығы, эшһөйәрлеге менән абруй һәм ихтирам яулаған ир-уҙаман ғүмер байрамын яҙмышынан ҡәнәғәт булып ҡаршылай.
Ишембай районының Әрмет ауылында 1946 йылдың 1 сентябрендә яҡты донъяға ауаз һалған Әнүәрҙең ғүмер китабы шулай яҙылған: тиҫтерҙәре - ябай ауыл малайҙарыныҡы кеүек үк ялан аяҡлы бала сағы, шау-гөр килеп торған күңелле мәктәп йылдары. Мәктәпте тамамлап, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Красноусолда йәшәгән ағаһы янына килеп, бында Ғафури урман хужалығына эшкә кергән. Бер нисә йыл урманда эшләгәс, артабан цехҡа бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Яҙмыш уны кемдәндер ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәтмәгән. Әнүәр Сибәғәт улы ғорурланып һөйләрлек хеҙмәт юлы үтһә лә, иң күркәм сифаттарҙың береһе - баҫалҡылыҡ уның холоҡ-фиғелендә ныҡлы урын алған. Заманында еңел булмаған урмансылыҡ эшенә бағышлап, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булып, намыҫлы йәшәгән кешеләрҙең береһе ул.
Эшләгән дәүерендә намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән тик маҡтауға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған. Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ. Әнүәр Сибәғәт улы “СССР Урман хужалығы отличнигы” маҡтаулы исеменә, “Хеҙмәт даны” миҙалына, 1974, 1976, 1978 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “9-сы”, “11-се биш йыллыҡ ударнигы” билдәләренә эйә була, бер нисә саҡырылыш район Советы, ауыл Советы депутаты булып һайланып, 16 йыл эшләй. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, бик күп йылдар ауыл урамдарында тәртипте һаҡлап, дружинник булып та йөрөргә тура килә. Участка һайлау комиссияһында һәр ваҡыт рәйес вазифаһында эшләй. Алдынғы хеҙмәткәрҙең фотоһүрәте күп тапҡырҙар район урман хужалығы, республика Урман хужалығы министрлығының Почёт таҡталарында тора. “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға туҡтай.
Йәш, һомғол буйлы, сибәр егет бәхетен дә Ғафуриҙа таба. Әнүәр Сибәғәт улы 1972 йылда Юрмаш ауылының иң сая, һылыу ҡыҙы – медицина өлкәһендә эшләгән Әсмә Әхмәт ҡыҙы менән яҙмыштарын бер бөтөн итеп, ғаилә ҡоралар. Яратҡан тормош иптәше менән матур итеп ҡорған донъяларында 54 йыл татыулыҡта, һоҡланғыс ғүмер кисерәләр. Өс ҡыҙға (Миләүшә, Лилиә, Гүзәлиә) атай-әсәй булып, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, ике ейәнсәр, өс ейәндең һәм бер бүләсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә улар. Балалары һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Әсмә Кәлимуллина медицина өлкәһендә - Красноусол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында акушерка булып эшләй, төп эшенән тыш, дауахананың профсоюз ойошмаһы рәйесе лә булып, хеҙмәттәштәренең мәнфәғәтен ҡайғырта. 38 йыл ғүмерен был һөнәргә бағышлап, абруй ҡаҙанып, 60 йәшендә хаҡлы ялға туҡтай. Ирле-ҡатынлы Кәлимуллиндар бик күп тапҡыр ҡан биреп, донор ҙа булалар, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа үҙҙәренең өлөшөн индергәндәр. Исемдәре райондың йылъяҙмаһына ла индерелгән.
Кәлимуллиндарҙың ҡапҡа алдынан уҡ башланған тәртип, бөхтәлек ихатаға үтеү менән тағы ла сағыуыраҡ күренә. Һәр нәмәлә хужа ҡулы һиҙелә. Әнүәр Сибәғәт улының яратҡан шөғөлө лә бар – ул да булһа ағастан оҫталыҡ эше. Шуға ла йорттарының һәр бер урыны уның хәстәрлекле тырыш ҡулдары менән үҙенсәлекле төҫ алған. Емеш ағастарын прививкалау менән дә мәшғүл була ул. Оҫта гармунсы ла үҙе, гармун төймәләренә баҫа башлау менән сихри көй ағышына һалмаҡ ҡына итеп моңло йыры менән Әсмә ҡушыла. Күптәр уларҙы йырлы-моңло ғаилә тип белә.
Бәхетте күктән эҙләмәгән, тормошҡа зарланмай, балаларына өлгө булып матур йәшәгән Әсмә апай менән Әнүәр ағайҙың йортонда, әйтерһең дә, һәр саҡ байрам көтөлә. Йорттарының эсе-тышын сағыу гөл-сәскәләр биҙәй. Баҡса тулы еләк-емеш ҡыуаҡтары, һәр төрлө йәшелсәләр мул уңыштары менән һөйөндөрә. Уларҙың үҙ-ара аңлашып йәшәү, татыулыҡ тантана иткән нурлы, бәрәкәтле, ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй, балалары килеп, хәлдәрен белешеп кенә торалар. Һәр кемде яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алып, тәмле аштары, бәлеш-ҡоймаҡтары, ҡайнатма-ҡаҡтары менән һыйлап, оҙаталар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай-өләсәйҙең йылы, наҙлы ҡанаты аҫтына һыйына. Кәлимуллиндар йортонда изгелек, киң күңеллелек, йомартлыҡ, намыҫлылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ йәшәй.
Изге күңелле Әнүәр Сибәғәт улы ғаиләһендә ышаныслы ир, ярҙамсыл, хәстәрлекле, яҡшы атай. Балалары әтиҙәре тураһында: “Әтиебеҙ матур һүҙҙәргә лайыҡ. Ул - өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле әти, яратҡан ҡартатай. Беҙҙе, ҡыҙҙарын, наҙлап-һөйөп кенә үҫтерҙе, беҙ унан бер ауыр һүҙ ишеткәнебеҙ юҡ. Кәңәштәре, эше менән әлегә тиклем ярҙам итеп тора. Уға булған рәхмәтебеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Ул рәхмәттәр ғаләм һымаҡ, икһеҙ-сикһеҙ. Уның кеүек сабыр, аңлы, миһырбанлы, саф күңелле атайҙар һирәктер!” - тиҙәр.
Хөрмәтле юбиляр Әнүәр Сибәғәт улына рух ныҡлығы, ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, күтәренке кәйеф, Әсмә Әхмәт ҡыҙы менән тиң-тигеҙ ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.