0 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
16 Сентября , 10:30

“Красноусол” шифаханаһы “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе

13-15 сентябрҙә Дағстан республикаһы башҡалаһы Махачкалала үткән “Рәсәй  мөғжизәһе” Бөтә Рәсәй  туристик видео конкурсында һәм “Gold Brand” халыҡ-ара  туристик брендтар  конкурсында  “Красноусол” шифаханаһы оло еңеүгә өлгәште.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Красноусол” шифаханаһы   “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе“Красноусол” шифаханаһы   “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе
“Красноусол” шифаханаһы “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе

 Конкурстың ”Туҡландырыу һәм урынлаштырыу саралары турбренды” категорияһында “Быуындар менән әйләнеп килгән курорт” статусында “Красноусол” шифаханаһы алтын миҙалға лайыҡ булды. 

 Ә инде “Рәсәйҙең алтын шифаханаһы” конкурсының  “Медицина һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре” номинацияһында өсөнсө урын яулап, көмөш миҙал менән бүләкләнде.

-Был беҙҙең  дөйөм команданың оло еңеүе. Бөтә коллективҡа – табиптарҙан алып  йыйыштырыусыларға тиклем барығыҙға ла ҙур рәхмәт.  Дөйөм эшкә һәр берегеҙ бөтә күңелен, булмышын һалып эшләй.Тоғролоҡтары өсөн ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.  Рәсәй турбизнесының иң яҡшы вәкилдәренә үҙҙәрен танытыу мөмкинлеге биргән өсөн был конкурсты ойоштороусылар алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Башҡорт ере тотош илгә сәләмәтлекитеүен  тағы ла бер тапҡыр  раҫланы,- тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты шифахана етәкселеге үҙҙәренең “Бәйләнештә”  селтәрендәге сәхифәһендә.

 

“Красноусол” шифаханаһы   “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе
“Красноусол” шифаханаһы   “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе
“Красноусол” шифаханаһы “Gold Brand” конкурсы еңеүсеһе
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас