

Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа юл буйы сервисы үҫеш ала. Әленән-әле заманса объекттар барлыҡҡа килә. Күптән түгел шуларҙың береһе – Красноусолда Гагарин урамындағы автойыуыу һәм автосервис урынлашҡан бинаның икенсе ҡатында ресторан сафҡа инде. Уны эшҡыуар Фато Авдоян үҙенең бизнес-планы менән тормошҡа ашырған. Объект районыбыҙҙа юл буйы сервисын үҫтереү һәм туристарҙы йәлеп итеү менән бер рәттән яңы эш урындары булдырып, районыбыҙ иҡтисадын үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерәсәк.
Фато Дгарович үҙ проектын 2022 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итә һәм урындағы етәкселектең хуплауын таба. 2023 йылда төҙөлөш башлана, бер йыл үтеүгә автосервис һәм районда тәүге автойыуыу объекты үҙ эшмәкәрлеген башлай. Был этапта инвестициялар 15 миллион һум тәшкил итә, 6 кеше эш урыны менән тәьмин ителә. 4 сентябрҙә был бинаның икенсе ҡатында “Шамс” (тәржемәләгәндә “Ҡояш”) рестораны файҙаланыуға тапшырылды. Ресторан асыуға 10 миллиондан ашыу һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителгән, ә проектҡа һалынған инвестиция күләме 25 миллион һумдан ашыу булған. Ресторан рәсми рәүештә асылғас, йәнә дүрт эш урыны булдырыу күҙаллана. Шулай итеп, проект сиктәрендә 10 кешене эш менән тәьмин итеү планлаштырыла.
2013 йылдан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге (шул уҡ ваҡытта сауҙа эшмәкәрлеген дә әүҙем үҫтерә) менән шөғөлләнгән Фато Дгаровичтың эшенә яуаплы ҡарауы һәм оҫталығы район халҡы тарафынан ғына түгел, ә республика кимәлендә лә юғары баһаланыуы айырыуса ҡыуаныслы. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы юл буйы сервисы объекты” йыллыҡ республика конкурсы йомғаҡтары буйынса “ШЭ Ф.Д.Авдоян” предприятиеһы “Иң яҡшы юл буйы сервисы объекты — автотранспортты техник хеҙмәтләндереү станцияһы” номинацияһында еңеүсе тип таныла.
“Шамс” ресторанын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эдуард Талипов менән Гөлнара Ғөбәйҙуллина ҡатнашты һәм район башлығы Венер Вахитов исеменән Фато Авдоянды конкурста еңеүе һәм ҙур ҡаҙанышы менән ҡотлап, Рәхмәт хаты тапшырҙылар.
- Беҙҙең эшебеҙҙе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә юғары баһаланылар. Башҡортостандың тәжрибәһен бөтөн ил буйынса таратырға тәҡдим иттеләр. Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр һәм был өлкәләге бизнес менән бәйләнеш булдырыуҙы бөтөн төбәктәргә лә ебәрҙек, - тип билдәләгәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. – Юл буйы сервисы автомобиль туризмын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Күп кенә иҫтәлекле урындарға машина менән барып етергә мөмкин, һәм беҙҙең бурыс – республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн быны уңайлы итеү.
Юл буйы сервисын үҫтереү - ул ябай ғына объекттар төҙөү түгел. Был - район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлы мөхит булдырыу, яңы эш урындары һәм урындағы бизнес өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр. Фато Дгарович Авдояндың проекты - бының асыҡ дәлиле. “Шамс” рестораны осрашыуҙар, йылы әңгәмәләр һәм яҡшы тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ яратҡан урынға әйләнһен, ә эшҡыуарҙың өлгөһө башҡаларҙы яңы идеяларға һәм ҡаҙаныштарға илһамландырһын. Сөнки ошондай башланғыстар Ғафури районын бында йәшәүселәр һәм килеүселәр өсөн күркәмерәк, замансараҡ һәм йәлеп итерлек итә.
Алда бик күп яңы проекттар, уңыштар һәм еңеүҙәр булһын!