+15 °С
Дождь
Антитеррор
Йәмғиәт
17 Сентября , 05:10

Йәнтөйәккә изге эштәр

Үткән йома Өфөлә “Атайсал – Ватан көсө” V юбилей форумы үтте, унда меңдән ашыу яҡташыбыҙ – меценаттар, ирекмәндәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, әүҙем йәштәр, ғөмүмән, Башҡортостан яҙмышына битараф булмаған һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, әммә республика үҫешенә өлөш индереүен дауам иткән барса яҡташтар берләште.

Йәнтөйәккә изге эштәрЙәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр

Республикала һәм унан ситтә йәшәгән һәр кем тыуған төйәгенә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, шишмәне, паркты төҙөкләндереү, обелиск ҡуйыу, сиркәү йәки мәсет төҙөү, һәләтле уҡыусылар өсөн премия булдырыу. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостандың һәр мөйөшөндә “бәләкәй генә изге эштәр шишмәләре” ағып сығырға тейеш ине, шулай булды ла. Шишмәләр бергә ҡушылып, изге эштәр океаны хасил булды. Был йылдар арауығында проектҡа 8 меңдән ашыу кеше ҡушылып, дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 40 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. МХО яугирҙарына ярҙам буйынса 6 меңгә яҡын, социаль объекттарға ярҙам күрһәтеү буйынса 5 меңдән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған. 1,3 меңдән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған, 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөлгән һәм ремонтланған, меңгә яҡын зыярат, 2 меңдән күберәк һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ проект сиктәрендә 1 меңдән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән, 16 меңдән ашыу мөһим саралар үткәрелгән. Һанап үтелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, “Атайсал” донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтарҙы берләштергән милли идеяға әйләнгән.
Илһөйәр, телһөйәр булырға кәрәк
Тормошҡа ашырылған проекттарҙы барлау, изге эштәре өсөн меценаттарға, ирекмәндәргә, МХО геройҙарына, әүҙем йәштәргә рәхмәт белдереү һәм республикала тормошто тағы ла яҡшыраҡ итеү юлдарын бергәләп уйлау маҡсатында ойошторолған юбилей форумында районыбыҙ вәкилдәре лә ҡатнашты.
Форумсыларҙың иғтибарына биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм "түңәрәк өҫтәл"дәр ойошторолдо. Һигеҙ тематик майҙансыҡ яҡташлыҡты нығытыуға, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, халҡыбыҙ йолаларын һәм туған телде һаҡлауға, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереүгә арналды.
- Проектта ҡатнашыу өсөн беренсе сиратта илһөйәр, телһөйәр булыу кәрәк. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын һаҡлау, тергеҙеү, үҫеп килеүсе йәш быуынды йолалар, кәсептәр, ғөрөф-ғәҙәттәр өлгөһөндә тәрбиәләү, туған телгә һөйөү уятыуға йүнәлтелгән саралар үткәреү ҙә мөһим һәм һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған эш, бары тик теләк кәрәк, - тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте “Атайсал. Туған йолалар” майҙансығында.
Барыһы ла Еңеү өсөн
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ил именлеге һағында һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, социаль координатоҙар ҡатнашлығында үткән “Бергәләп еңәсәкбеҙ” майҙансығында иһә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам ойоштороу, демобилизацияланған яугирҙарҙың социаль һәм психологик адаптацияһы, яҡташтарының шәхси өлгөһө аша йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тыуған төйәгеңә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ентекле һөйләшеү үтте. Сара барышында Яңғыҙҡайын ауылынан МХО-ла ҡатнашыусы ҡаһарман яугирҙар атаһы Рафаэль Әхмәт улы Сөләймәновҡа “Ватанды һаҡлаусы атаһы” миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ “Минең кесе Ватаным – Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергәне һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Мораҡ ауылынан МХО яугиры Айрат Марс улы Хәлитов Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Атайсал. Ватан көсө” майҙансығында тыуған төйәккә изге эштәр башҡарыусылар тураһындағы әҙәби эштәр конкурсына йомғаҡ яһалып, Красноусолдан Эльза Рафаэль ҡыҙы Юлмөхәмәтова Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
“Ватан көсө – Сила отечества” V Юбилей республика форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Форумда сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы биш йыл эсендә “Атайсал” проектының ысын йәмәғәт хәрәкәтенә әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Был проектты башлағанда уның уңышлы булырмы-юҡмы икәнен әлегә белмәй инек. Әммә беҙ илебеҙҙә, республикабыҙҙа рухлы һәм ҙур йөрәкле кешеләр булыуын, уларҙың үҙ булмышын башҡаларға, мохтаждарға, Ватаныбыҙға һәм кесе ватаныбыҙға ярҙам итеүҙә күреүен аңлай инек, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Был бик яҡты проект. Шул уҡ ваҡытта бында бер кем дә кешеләрҙең күпме аҡса һалғанын баһаламай. Ауылдарыбыҙҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, сиркәү һәм мәсеттәр төҙөгән яҡташтарыбыҙ бар. Беҙ уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Эштең мөһим йүнәлеше МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. “Атайсал” проекты сиктәрендә алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙамға йүнәлтелгән 6 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операция йәмғиәтебеҙҙе иҫ киткес нығытты, берләштерҙе. Тормошобоҙҙоң, эшмәкәрлегебеҙҙең төп девизы – “Барыһы ла еңеү өсөн”. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәгән һәм фронт өсөн барыһын да эшләмәгән бер генә ауыл да юҡтыр, моғайын. Мин уларҙан һуғыш тамамланғандан һуң нимә менән шөғөлләнәсәктәрен һорағас, иҫ киткес яуап ишеттем: “Кешеләргә ярҙам итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген уйлап табасаҡбыҙ!..”
Яңы билдә булдырылды
Ошоға бәйле Башҡортостан Башлығы республикала яңы билдә булдырылыуы хаҡында иғлан итте.
- Благовещенда булғанда миңә “Берегини” ойошмаһы етәксеһе төп эштәренән бушағас, ирекмәндәргә ярҙамға килгән, шәхси аҡсаларын маскировкалау селтәрҙәре өсөн материал һатып алыуға йүнәлткән кешеләргә рәхмәт белдереү сараһы тураһында уйларға тәҡдим итте. Һәм бына беҙ “Башҡортостан ирекмәне. МХО” почёт билдәһен булдырырға ҡарар иттек. Ул ирекмәндәргә республиканың Йәмәғәт палатаһы һәм муниципалитеттарҙың йәмәғәт советтары тәҡдиме буйынса республика Башлығы бойороғона ярашлы тапшырыласаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
- “Атайсал” проекты сығыштары менән Башҡортостандан булған бик күп күренекле кешеләрҙе берләштерҙе, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Беҙ үҙ яҙмышын республиканан ситтә тапҡан кешеләрҙең ҙур ижади көс булыуын аңланыҡ. Башҡортостан һәләтле, амбициялы, аҡыллы кешеләргә бик бай. Беҙ уларҙы был эшкә йәлеп итә башланыҡ һәм уларҙың күбеһенең күптән Кесе ватанға ярҙам итеүен белдек.
Ошондай яҡташтарыбыҙ, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, сығышы менән Нефтекамскиҙан булған Владимир Якушев, “Мәскәү, Кремль. Путин” программаһы авторы һәм алып барыусыһы Павел Зарубин (Белорет ҡалаһы), (Салауат) форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, “Атайсал” проектының әһәмиәтен юғары баһаланы.
Артабан пленар ултырышта ҡатнашыусылар социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар араһында райондашыбыҙ, МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Илья Макаров та бар ине. Илья Николаевич үҙенең сығышында ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙең, шул иҫәптән алғы һыҙыҡта ауыр яраланған яугирҙарҙы реабилитациялауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- “Атайсал” төшөнсәһе минең өсөн – халыҡ. Һин уларҙың именлеге өсөн тыуған илеңде яҡларға, бурысыңды үтәргә һәм ереңде һаҡларға әҙер булған туған халҡың. Ә балалар - беҙҙең киләсәк, улар өсөн йәшәйбеҙ һәм изге эштәр башҡарабыҙ, – тине Илья Макаров.
Форум аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусыларға дәүләт наградаларын, шулай уҡ иҫтәлекле статуэткалар тапшырҙы. Был көндө МХО ветераны Илья Николаевич Макаров та “Халыҡ рәхмәте” миҙалы менән бүләкләнде.
- Беҙҙең проект, тәү сиратта, йәмғиәтте берләштереү. Был үҙеңдең иң яҡшы сифаттарыңды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Һәр кешенең яҡшылыҡ эшләү ихтыяжы бар, - тип форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров сараны йомғаҡлап. - Шуға күрә һау булығыҙ. Өйҙәрегеҙҙә тыныслыҡ булһын. Һәм белегеҙ, һеҙ бөтәгеҙ ҙә һоҡланғыс кешеләр.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Проектта ҡатнашыу өсөн юғары статусҡа һәм ҙур финанс мөмкинлектәренә эйә булыу мотлаҡ түгел. Һәр кем көсөнән килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Туғандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә, ауылда ата-әсә йортон төҙөкләндерергә, республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндә өмә ойошторорға – был эш һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Дәүләт хеҙмәтендә йәки эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән һәр беребеҙ тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтергә тейеш. Был “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән тезисты бойомға ашырыу ҙа. Республикабыҙҙа ошондай үҙ-ара ярҙам принцибы башҡа төбәктәрҙәгенән айырыла. Был, асылда, шул уҡ өмә, әммә файҙалыраҡ.



Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Йәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас