

Уҙған йома ошо көнгә ҡарата үҙәк район китапханаһының уҡыу залында район хакимиәте, йәмәғәтселек, социаль учреждение һәм ойошмалар, “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе вәкилдәрен берләштергән “түңәрәк өҫтәл” үтте. Осрашыу темаһы: “Аноним алкоголиктар - алкоголле бәйлелектән ҡотолоу ысулдарының береһе” тип аталды.
Осрашыуҙа “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе тәҡдимен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Альбина Баймурзина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова, табип-нарколог Алмаз Йәноҙаҡов, райондың йәмәғәт палатаһы рәйесе Хәлимә Батыршина, “Ғаилә” бүлеге белгесе Флүзә Зөлҡәрнәйева, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы “Сәләм” телеканалының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева һәм башҡа сығыш яһаусылар хуплап, был йүнәлештә бергәләп эшләргә саҡырҙылар. Бында ҡатнашыусылар алкоголизмдың дөйөм проблема булыуы тураһында һөйләне, уны яңғыҙ хәл итеп булмауын әйтеп үттеләр. “Аноним алкоголиктар” вәкилдәре үҙҙәренең һауығыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Табип-нарколог Алмаз Алик улы эскелек менән көрәш темаһының әһәмиәтлелеген, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙәк район дауаханаһының наркология бүлегендә тағы ла өҫтәп 10 урын булдырылыуы тураһында хәбәр итте һәм дауаланыу бушлай булыуын билдәләне.
Осрашыу йәмәғәтселеккә, дәүләт структуралары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә “12 аҙым” программаһы һәм берләшмәнең аныҡ эш тәжрибәһе тураһында мәғлүмәт биреү; һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү һәм ауырыған алкоголиктарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүҙә көстәрҙе берләштереү маҡсатында әүҙем дискуссия һәм йылы дуҫлыҡ мөхитендә барҙы.
Шулай уҡ “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе ағзалары Красноусол үҙәк район дауаханаһының наркология бүлегендә лә булып, пациенттарҙың һауығыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Форсат” йәштәр үҙәгендә алкоголизм проблемаһына юлыҡҡан кешеләр өсөн йыйылыш уҙғарылды.
Эскелек – тотош донъяға янаған афәт, кешелек һәм шәхес өсөн берҙәй аяныслы бәлә. Уның күпме кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнен һөйләп тораһы түгел: миҫалдар эргәбеҙҙә, эскелек проблемаһы төрлө кимәлдә һәр ғаиләгә ҡағыла тиерлек. “Түңәрәк өҫтәл”дә социаль сирлеләр һәм уларға ярҙам проблемаһы уртаға һалып һөйләшелде. Районыбыҙҙа төркөмдәр төҙөүҙе яйға һалыу, заман афәтенә ҡаршы берҙәм булыу фекере ҡыҙыл еп булып үтте.
Берләшмәнең төп маҡсаты - айыҡ тормош алып барыу һәм башҡа алкоголиктарға айыҡлыҡҡа өлгәшергә ярҙам итеү. Программаның айырылғыһыҙ өлөшө булып - хроник алкоголизмдан һауығыу тора. Эскелек һаҙлығынан сыға алмаған кеше, һөҙөмтәле ярҙам алырға теләһә, “Аноним алкоголиктар” берләшмәһенә хәбәр итә ала. Унда кәңәш, рухи ярҙам табырға мөмкин. Ярҙам бушлай һәм аноним рәүештә. Ә был осрашыу алкоголизмдан ҡотолорға теләүселәр яңғыҙ түгел, был упҡындан уларҙы сығарырға ярҙам итеүселәр барлығын күрһәтте.